

Уларҙың ихаталарға эйәләшеүе халыҡтың бесән сапмауы, ташландыҡ баҡсалар күбәйеүе, эт, бесәйҙәрҙең да аҙайыуынан киләлер ул. Бына шуларҙан ҡотолоу юлдарын барлап алайыҡ әле:
* Йылан эйәләшмәһен өсөн ҡараңғы, һалҡын урындарҙы яҡшылап бикләп ҡуйырға кәрәк.
* Сысҡандарҙы ҡурҡыта торған яйланмаларҙан йыландар ҙа шөрләй. Өй тирәһенә шуларҙы ҡуйып ҡарағыҙ.
* Баҡсағыҙҙы гел йыйыштырып, үләнен йышыраҡ сабырға тырышығыҙ.
* Улар тауыштан ҡурҡа. Шуға ла өй тирәһенә, баҡсағыҙға гел тауыш сығарып торған берәй әйбер элегергә кәрәк.
* Кәрәсин яратмайҙар икән. Уны һыу менән ҡушып, кәртә буйҙарына буйына һибегеҙ.
* Тағы ла иң төп дошманы – һарымһаҡ. Баҡсағыҙға уны күберәк ултыртығыҙ.
Фото: fototelegraf.ru