*Ҡайын еләге – иң таралған үҫемлектәрҙең береһе. Уны Европала, Азияла, Америкала, Көньяҡ Африкала һәм хатта Курил утрауҙарында, Сахалинда осратырға мөмкин.
Ҡайын еләге тәмле генә түгел, бик файҙалы ла. Төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн уның емеше, япраҡтары, тамыры ла ҡулланыла. Ул бигерәк тә В1, В2, С, Е, Р, PP, фолий, марганец, цинк, тимер, калий, пектин һәм органик кислоталарға бик бай. Аҙ ҡанлылыҡ, бронхиаль астма менән интегеүселәргә ашарға кәңәш ителә. Бәүел ҡыуығы, бөйөр ауырыуҙарынан да ярҙам итә, ти табиптар. Йөрәк мускулдарын нығыта, атеросклероз, эсәк ауырыуҙарынан, ҡан баҫымының юғары күтәрелеүенән һәйбәт иҫкәртеү сараһы булып тора, бәүел ҡыуығы елһенеүен бөтөрә.