Шул уҡ ваҡытта гиппотерапия, теләһә ниндәй дауалау алымы һымаҡ, «үҙ өлөшөнә тейгән» сирле менән генә эш итә.
Гипноз тәьҫиренә бирелеү тәбиғи хәл. Кешеләрҙең 10-дан 9-ы, бигерәк тә 9 – 15 йәшлектәр, уны яҡшы ҡабул итә. Өлкәнәйгән һайын кешегә гипноз тәьҫире кәмей бара.
Гипноз ваҡытында баш мейеһендә уяу нөктә ҡала. Ул табип менән генә тоташҡан телефон аппаратын хәтерләтә. Тәьҫир итеү, ауырыуҙың халәтенә ҡарап, төрлө дәрәжәлә булырға мөмкин. Мәҫәлән, «ролдәргә индереп» дауалауҙы алайыҡ. Эскелек менән ғаиләһен, яҡындарын ыҙалатҡан берәүҙе гипноз ярҙамында үҙ әсәһенә әүерелдерәләр. «Күрәһеңме, бына бында улығыҙ ята», – ти уға табип. Әсә роленә ингән ауырыу шунда уҡ буш карауатҡа ташлана, күҙенә күренгән «улына» нисек тә ярҙам итергә тырыша, яһалма һулыш алдыра башлай. Йөҙөнә рәнйеү, хәсрәт билдәләре сыға. «Ас күҙеңде, балаҡайым!» – тип ялбара.
Бер аҙҙан был кешене балаһына (улы йә ҡыҙына) әүерелдерәләр. Ул йомшаҡ, зәғиф тауыш менән ҡалтырана-ҡалтырана күҙ йәштәренә төйөлөп былай ти: «Атай, атайым, мин һинән ҡурҡам. Һин нимә эшләнең?»
Табип ихтыяры менән ҡатыны роленә ингән әлеге кеше иһә сараһыҙҙан әрнеү ҡатыш ҡул һелтәй: «Тамуҡта көн иткәнсе, баламды ыҙалатҡансы, уны яңғыҙым үҫтергәнем мең артыҡ!»
Сеанс тамамланғас, ауырыу бөтәһен дә онота, әлбиттә. Әммә ул әкренләп башҡаларҙың үҙенә нисек ҡарауын, уларға ниндәй яфалар килтереүен һиҙә, аңлай башлай. Бының ҡот осҡос нәмә икәнен төшөнөү, үҙ ғәйебен бөтә йөрәге менән тойоу йән тыныслығын ала. Ошо халәте әкренләп иҫерткес эсемлектәрҙән тамам ғәйрәте сигеүгә, эсеүҙе ташлауға килтерә.
Эйе, гипноз ҙур көскә эйә. Әммә уның көс сығанағы – кеше психикаһының ифрат ҙур мөмкинлектәре хазинаһында.
Фото: Яндекс.Дзен