+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән
14 Июня 2022, 06:00

Өйгә уңыш, аҡса килтереүсе алты әйбер

Йортҡа уңыш килтереүсе әйберҙәр тураһында бик күп халыҡ һынамыштары бар. Бөгөн һеҙгә шуларҙың алтауһы хаҡында һөйләп китмәксебеҙ.

Өйгә уңыш, аҡса килтереүсе алты әйберӨйгә уңыш, аҡса килтереүсе алты әйбер
Өйгә уңыш, аҡса килтереүсе алты әйбер

Бал борон-борондан байлыҡ, ҡәҙер-хөрмәт символы булып һаналған. Һынамыштар буйынса, бал менән тулы көршәк өйҙә күренгән ерҙә торорға тейеш. Ул ни тиклем тулыраҡ булһа, хужаның килеме лә шул хәтлем күберәк.

Ҡыҙыл төҫ тә – байлыҡ, муллыҡ билдәһе. Боронғолар ҡыҙыл ептәр йомғағы күренгән ерҙә ятһа, байлыҡ һәм уңышты үҙенә йәлеп итә, тип иҫәпләгән. Ҡыҙыл еп яман күҙҙәрҙән һаҡлаусы ла булып торған. Хатта әлеге ваҡытта ла күптәр ҡулдарына ҡыҙыл еп бәйләп йөрөй.

Гәлсәр ҙә муллыҡ йәлеп итә. Шуға өйҙә уның да булыуы бик мөһим.

Ә быныһына ышанырғамы, юҡмы, фил һыны тәрән аҡыллы булырға ярҙам итә, имеш. Уны эш йәки ял итеү урынына ҡуйыу кәрәк. Әгәр ҙә уға ҡарап нимәлер тураһында уйлаһаң, дөрөҫ ҡарарға килә алаһың.

Аквариумда балыҡтар өйгә гармония, етешлек килтерә. Бигерәк тә алтын балыҡтар булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Аквариумдың төбөнә таштар йәки аҡса һалыу һәйбәт.

Һынамыштар буйынса, һары тәңкәләр ҙә аҡсаны үҙенә йәлеп итеүгә һәләтле. Улар күберәк булған һайын, етеш булыуға мөмкинлектәр күберәк асыла.

Фото: pixabay.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас