-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Июнь 2022, 15:00

Өмөт һәм ышаныс мөғжизә тыуҙыра

Улдарының ғәрип ҡалыуынан ҡур­ҡып, ата-әсә бик ҡайғырған. Малай­ҙарының аяҡтары йөрөмәгән.

Бәләкәй сағында ул атлаған. Әммә бер ваҡыт ҡыш көнө соҡорға йығылып төшкән, шундағы боҙ емерелеп, малай билдән һыу аҫтында ҡалған һәм ныҡ һалҡын тейҙергән. Табиптар сирен да­уалаған, ләкин уның аяҡтары хәл­һеҙләнеп ҡалған.
Әсәһе улының яңынан йөрөп китеүенә өмөтләнеп, көн дә доға уҡып, Алланан үтенгән.
Бер ваҡыт быларға ҡарт юлсы ишек шаҡыған һәм төн ҡунып сығырға һораған. Ата-әсә мосафирҙы йоҡлатып, тамағын туйҙырып, юлына тағы икмәк биргән.
– Малайығыҙға ни булды? – тип һораған шул саҡ ҡарт.
– Атлай алмай, аяҡтарына һалҡын тейҙерҙе, – тип күңелһеҙ генә яуап­лаған атай кеше.
– Бөтә тапҡан мөлкәтебеҙҙе табиптарға биреп торабыҙ, тик файҙаһы ғына юҡ, – тип зарланған әсә. – Бер дауалаусы, улығыҙ ҡурҡыуҙан атламай, тине. Ә мин уның атлап китеренә көн дә өмөтләнәм.
– Бер нимә эшләмәйсә генә өмөтләнеү – ул емешһеҙ ағасҡа тиң, – тигән ҡарт һәм малайҙың үҙенән:
– Һин үҙең атлап китереңә ышанаһыңмы? – тип һораған.
– Ышанам да ул, тик баҫа алмайым.
– Ышаныуың һәйбәт. Ышаныс тау­ҙы ла урынынан ҡуҙғата. Бәхетең бар икән, минең тылсымлы таяғым үҙем менән. Уның ярҙамында аяҡтар яҡшы йөрөй. Бына, һин дә атлап ҡара әле, – тип, ҡарт балаға таяғын һуҙған.
Малай урынынан тороп, таяҡҡа таянған да бер аҙым яһаған, шунан – икенсеһен. Ата-әсәһенең ҡыуанысының сиге булмаған. Улар ҡартты тағы ла бер көнгә үҙҙәрендә ҡалырға өгөтләгән һәм иң ҡәҙерле ҡунаҡтай һыйлаған, хөрмәт күрһәткән.
Кискә ҡарай малай таяҡ менән туҡылдап өйҙә бик ышаныслы итеп атлап йөрөгән.
Иртән ҡарт китергә йыйынған. Әсә ҡурҡышынан таяҡҡа барып йәбешкән.
– Был таяҡ – яп-ябай бер ағас. Өмөт менән ышаныс мөғжизәләр тыу­ҙыра. Ә уларҙы мин һеҙгә ҡалдыр­ҙым, – тип йылмайған ҡарт.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әҙерләне.

Фото: www.youtube.com

Читайте нас: