+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Июнь 2022, 10:05

Оҙаҡ йәшәгең килһә

Һәр кем үҙ ғүмерен 10 – 20 йылға арттыра ала. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ғалимдар шундай фекергә килгән.

Бының өсөн ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе хәтерҙә тотоп, үтәргә генә кәрәк. Ниндәй, тиһегеҙме? Еләк-емеште даими ҡулланыу, майлы аҙыҡтарҙан баш тартыу – 5 – 6, шулар менән бергә физик күнекмәләр эшләү йәшәү дәүерен 20 йылға тиклем оҙайтырға мөмкин. Эскелек, тәмәке тартыу менән мауыҡмау ҙа 5 йыл өҫтәй.
Тирә-яҡ мөхиттең дә тәьҫире бар. Мәҫәлән, Японияла 100 йәшкә етеү мөмкинлеге ҙурыраҡ. Андорра, Япония, Сингапур, Австралия, Швейцария ла экологик яҡтан таҙаларҙан иҫәпләнә.
Дөрөҫ туҡланыу, кис көнө даими йүгереү ҙә оҙаҡ йәшәргә ярҙам итә.

Фото: 123ru.net

Авторҙар:ПМИ Һәнәк (Вилы)Миляуша Хабилова
Читайте нас: