Йомаҡтың сиселеше ябай: йола буйынса сабый тыуғас, уға 60 йәш тип яҙалар, шунан һуң йылдар кәмеү тәртибендә китә. Кем 0 йәшкә тиклем етә, уға яңынан бер тиҫтә йәш бирәләр. Ошо һан кәмеп, тағы ла 0 йәшкә етһә, яңынан бер тиҫтә йәш бирәләр һәм артабан шулай дауам итә. Шуға күрә оҙон ғүмерле кешеләрҙе «ике тапҡыр тыуған», «өс тапҡыр тыуған фәлән кеше» тип йөрөтәләр.