Был иһә ҡанда глюкоза кимәлен күтәрә. Ә бер аҙҙан ҡырҡа төшөрә һәм арыу тойғоһо барлыҡҡа килә. Шуға был салат диабет менән ауырығандарға, ҡан баҫымы юғары һәм артыҡ ауырлыҡ менән интеккәндәргә айырыуса кәңәш ителмәй.
– Байрам табындарында «Тун аҫтындағы сельдь» салатын көнбағыш майы менән буталған йәшелсә салатына алыштырһағыҙ, күпкә һәйбәтерәк буласаҡ, – ти диетолог.