Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова әйтеүенсә, 2022-2023 йылғы уҡыу миҙгелдәренә бакалавриат, специалитет һәм магистратураға 13 465 бюджет урыны бирелә: “Урындарҙың иң күбеһе инженер, педагогик белгестәргә бүленә”- тигән ул.
Рәсәй буйынса дөйөм бюджет урындары- инженерия, педагогия һәм медицина йүнәлештәренә бирелә. Илдең хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко белдереүенсә, сентябрҙан инженер һөнәренә 245 мең кеше белем ала башлай, педагогика ла 75 мең урын ҡаралған. Йәмғиәт һәм медицина фәндәре буйынса 68 меңдән ашыу һәм 54,7 мең тирәһе урын бүленгән. Быйыл абитуриенттар өс юл менән документ тапшыра ла. Уның тәүгеһе шәхсән тапшырырға мөмкин, икенсе юлы – почта аша, өсөнсө юлы- университет сайты йәки “Юғары уҡыу йортона онлайн” суперсервисы аша тапшырырға була.
Был һөнәрҙәр импортты алмаштырыуҙа һәм илдең социаль- иҡтисади үҫешен тиҙләтеү өсөн мөһим йүнәлештәр.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-06-14/bash-ortostan-yu-ary-u-yu-yorttary-13-465-keshe-abul-it-2839549