Уның оҙонлоғо (морон осонан ҡойроҡ осона тиклем үлсәгәндә) – 2,5 метр, ә ауырлығы 150 килограмға еткән. Марфи ауыл ерендә Мартин һәм Джулия Бакерҙар ғаиләһендә йәшәй. Билдәле булыуынса, мастиф айырыуса уҫал тоҡомлоларҙан һанала, ә бына Марфиҙың хужалары бер нәмәгә ҡарамай, уны «иркә бәпәй» тип кенә аҫрай. Эт балалар кеүек уйнарға, шаярырға ярата. Ләкин Марфи менән хәрәкәт уйындары уйнауҙан һаҡ булырға кәрәк, сөнки ул бик ауыр. Марфи – тәмлетамаҡ, кетчуп, киптерелгән томатлы картуф ярата.
Фото: Яндекс дзен