Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Июнь 2022, 10:00

Шүлгәнташ мәмерйәһе музейының ишектәре асыла

Республикала 9 июлдә Шүлгәнташ мәмерйәһе музейы үҙ эшен башлаясаҡ. Был көндө Рәсәйҙең билдәле ғалимдары ҡатнашлығында ҙур сара планлаштырылған.  Шулай уҡ Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев  та был матур сараға килеүен белдерҙе.

Шүлгәнташ мәмерйәһе музейының ишектәре асыла
Шүлгәнташ мәмерйәһе музейының ишектәре асыла

Музейҙа туристарҙы әллә ҡайҙан йәлеп иткән, ҡаяға төшөрөлгән боронғо һүрәттәрҙең репродукциялары тәҡдим ителгән. Александр Сергеев, унда сарматтар алтыны ла күргәҙмәгә ҡуйылыр, тигән ышанысын белдерҙе. Шулай уҡ ул музейға сәфәрҙе «Пушкин картаһы» сиктәрендә ойошторорға кәрәклеген дә тәҡдим итте.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Александр Сергеев менән 9 июлгә саралар планын тикшерҙе. Фәнни конференция үткәреү, алдынғы ғалимдарҙың сығышы, шулай уҡ асыҡ һауала концерт планлаштырылған.

Фото: https://yandex.ru/images/search?

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: