+11 °С
Облачно
Төрлөһөнән
6 Июля 2022, 07:00

Ҡайҙа ул рәхәтлек?

Бер ялғау ғына егет йәшәгән. Көндәр буйы тегендә-бында һуғылып, ваҡыт үткәрә алмай ыҙаланған. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, бер ҙә ҡәнәғәтлек кисермәй, ти. 

Ҡайҙа ул рәхәтлек?Ҡайҙа ул рәхәтлек?
Ҡайҙа ул рәхәтлек?

«Нимә һуң ул рәхәтлек, ләззәтлек, ҡайҙан уны табырға?» – тип уйлап, бер көндө эҙләргә сы­ғып киткән. Бер аҙ барғас, көрәк менән ер соҡоған крәҫтиәнде осратҡан.
– Олатай, һин ҡәнәғәтлекте ҡайҙан табырға икәнде белмәйһеңме? – тип һораған үҫмер.
– Беләм, – тигән ҡарт башын күтәрмәй генә. – Тик хәбәр һатып торорға ваҡытым юҡ, эшем ҡала.
– Әйҙә, улайһа, мин ерҙе ҡаҙайым, ә һин һөйлә! – тигән ул.
– Ярай һуң...
Егет көрәкте алған да ерҙе соҡой башлаған. Эҫе ҡояш арҡаһын яндырған, бөтә тәне буйлап тир аға, ти. Ҡәнәғәтлектең ҡайҙа икәнлеген белгеһе килеп, бер туҡтамай эшләгән. Ә ҡарт ағас төбөнә ултырып, ситтән генә егетте күҙәткән. Бер-ике сәғәттән һуң ғына:
– Улым, әйҙә, ултырып ял итеп ал! – тип өндәшкән.
Егет эш ҡоралын ситкә бәргән дә һалҡынса ғына күләгәлә ултырған ҡарт янына сүгәләгән. Бабай тәҡдим иткән һыу­ҙы йотлоғоп эскән.
– Вәт, исмаһам, хөрриәт! Бына ҡайҙа ул рәхәтлек! – тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалған.
– Дөрөҫ, – тип раҫлаған оло кеше, – бына шул инде ҡәнәғәтлек! Әгәр ҙә һәр эште ялҡауланмай ғына ихлас баш­ҡарһаң, рәхәтлек үҙе һине килеп табасаҡ. Шуны онотма бер ҡасан да. 
Фото: www.instagram.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас