Әйтеп үтергә кәрәк, ул каратэ уҡыта, ҡаршылашыу урынһыҙ. Ултырабыҙ.
– Һеҙ икегеҙ ҙә ял һайын балыҡҡа йөрөйһөгөҙ, – тине Ләйлә, беҙгә алмаш-тилмәш ҡарап.
Кәшиф ҡаршы төштө:
– Был енәйәт тигән һүҙ түгел әле.
Ул ял көндәрендә минең менән балыҡҡа барам тигән булып өйҙән сығып китә. Ҡайҙа йөрөүе – айырым тарих.
– Мин ярты йыл элек үк ҡармаҡтарыңды өҙөп ташланым! – тине Ләйлә, бөйөрөнә таянып.
Түҙмәнем, иһаһайлап көлөп ебәрҙем. Бер ваҡытта ла былай көлгәнем юҡ ине. Мин был ҡатындың сабырлығына һәм батырлығына һоҡланып бөтә алманым. Ул барыһын да белгән, дүшәмбе һайын балыҡ һурпаһы бешергән.
Кәшиф менән Ләйлә ярашты. Дуҫым ҡабат балыҡҡа йөрөмәҫ, ахыры...
И. САБИРОВ.
Фото: prorybu.ru