Белгестәр быны тимгел ауырыуы, ти. Быға һыу кәрәгенән артыҡ йәки һалҡын һыу һибеү сәбәпсе булырға мөмкин. Япраҡтарға көрән, ҡуңыр йәки аҡ таптар төшә, улар тишекләнә, ҡорой башлай. Был – ҡоротҡостар эҙе түгел, ә бәшмәкле сир. Еләкте сәскә атыр алдынан һәм уңышын йыйғас, “Топаз”, “Хорус” препараты менән эшкәртергә кәрәк. Бәшмәкле ауырыуҙарға бирешмәһен өсөн үҫентеләрҙе ҡуйы ултыртмағыҙ, органик ашламаны күп индермәгеҙ. Ауырыу сығанаҡтары яңы үҫемлек менән дә килергә мөмкин. Ауырыу ныҡ таралғанда, көҙөн еләкте сабып, һабағын яндырырға кәрәк.
https://bash.bashgazet.ru/usadba/31021-elk-yapray-taplana.htm
Фото: bugaeva-ev.blogspot.com