-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Июль 2022, 16:15

Башлы башлыҡ

(Хикмәте - хәрефтә) Бил бөкмәй, бил бир­мәй байлыҡ бирелмә­гәне борондан билдәле.Быйыл байтаҡ байырға башлы башлығыбыҙ булышты.

Башлы башлыҡ
Башлы башлыҡ

Билдәләнгән башлы­ғы­быҙ бөтә булмышын бәндәләргә бағышланы. Бик белемле – багажы байтаҡ. Бигерәк бала­ларҙы бағлауы билдә­лән­де. Белем биналары, балнистар булдырҙы. Ба­тыр, булдыҡлыларҙы бүләкләне.
Башлылығы баштан бе­ленде. Булыр бала би­ләүҙән бит.
Баҫалҡы – барыбыҙға беректе. Бойороҡ биреп, бушты бушҡа бушатмай, буш боғаҙланмай.
Былтырғыһы баштан бе­ленде – башсы була белмәне, бәхәсләшкән булды, баш бирмәне. Балыҡ башынан боҙола, биҙрәтеп бөтөрҙө, бор­сағыбыҙ бешмәне. Бүре­не бүрек баҫмаҫ, барыбер боғаҙлар, буйһон­до­рор.
Белекле башлыҡҡа бе­регәйек!
Башлы башлыҡтарға биш баллы баһабыҙҙы белдерәйек.

Флүрә ХӘЛИЛОВА.

Фото: stihi.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: