Шефтары шәйләмәгәндә шымтаңлап шабашкаға шылып, шешәләге шыйыҡсаны шыйыҡлап шыуҡылдатып, шәпләнеп шаршыла шамбы шаңҡытып, шөҡәтһеҙләнделәр. Шефтары шифаханала шифаланғанда, Шамайыл шырлығында шәмдәй шыршыларҙан Шәүәлиҙең Шакшалағы шәкерттәше Шәрифйәнгә шикарный шалаш шапылдаттылар. Шәпәү шылдырған шығырҙаҡ «шиллингтар»ҙан Шәүәлиҙәре шыпа ла шашты. Шылтырауыҡ шишмәнең шарлауығы шымарып шыҡыйыр-шыҡыймаҫтан шалапай Шәүәли шарылдаҡ Шәрғиәне, шытыр шаҙраһын да шәйләмәй, шылғаяҡта шыуҙырҙы. Шәрғиәнең, шаян Шәүәлиҙең шат шарҡылдауынан, шаярыуынан шаңдау Шамайылғаса шаңғырҙы. Шәүәлиҙең шағирлығы! Шаҙраһына шундай шәп шиғырҙар шәлкеме шылдырып, шыуҙырҙы-шыуҙырҙы ла шымтаңлап шәһәргә шылды. Шылырһың шылмай ҙа: шөрләттеләр, шөрләттеләр шыршысыларҙы. Шәүәли шаңҡыған шамбылай шапылданы, шикләнеп шөбһәләнде. Шәүәли шутник шунан шымды: шабашкаға шылмай, Шәрғиәне шәмәртмәй, шешәне шыпа ла шәйләмәй.
Шулай шул!
Айһылыу БАЙБАКТИНА.