+20 °С
Ямғыр
Төрлөһөнән
12 Июль 2022, 06:00

Мөхәббәт рекордтары

Иң тиҙ йыйылған SMS хәбәр 2006 йылда Сингапурҙан 16 йәшлек Анг Чуанг Янг йәшен тиҙлегендәй SMS йыйғаны өсөн Гиннес рекордтар китабына индерелгән.

Мөхәббәт рекордтарыМөхәббәт рекордтары
Мөхәббәт рекордтары
Ул 160 билдәнән торған текс­ты 41 секундта баҫҡан. Үҫмер белдереүенсә, ғашиҡ бул­ғандан һуң, тиҙлекте арттырыу өҫтөндә эшләй башлаған.
 
Боҙҙағы иң оҙон мөхәбәтте белдереү
 
2010 йылда ҡыш көнө Темерник йылғаһының боҙ өҫтөндә «Таня, мин һине яратам!» тип һепертке ме­нән яҙылған һүҙҙәр күптәрҙең иғтибарын үҙенә йә­леп итә. Уның оҙонлоғо – 830 метр, майҙаны – 85 мең 900 квадрат метр. Быны 28 йәшлек Александр Карташов дуҫтары, таныштары менән кәләшенә яҙған икән. Эш өсөн 2,5 килограмм буяу тотонолған.
 
87 йыл бергә!
Был парҙар 2012 йылда рекордтар китабында теркәлгән. Англиянан 107 йәшлек Карам һәм 100 йәшлек Катари Чанд 87 йыл бергә бәхетле ғүмер иткән. Татыу йәшәүҙәренең сере бер-береһенә ярҙам итеп, аңлап, хәстәрләп, күңелен күтәреп тороуҙа булған.
 
Иң ҙур туй гөлләмәһе
Уның оҙонлоғо һеҙҙе лә аптыратыр. 60 метр, 1 мең 500 сәскәнән яһалған. Ә ауырлығы – 92 килограмм. Был ғәҙәти булмаған туй гөлләмәһе 2003 йылда китапҡа ингән. Уны кәләшкә тотоп барырға 79 әхирәте һәм 47 дуҫы ярҙам иткән.
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас