-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Июль 2022, 12:00

Бөжәктәр ишетәме?

Бөжәктәрҙең күбеһе өсөн тауыштың әһәмиәте юҡ. Мәҫәлән, ҡырмыҫҡалар асылда һаңғырау.

Бөжәктәр ишетәме?
Бөжәктәр ишетәме?
Әммә бөтә бөжәктәр ҙә улай түгел. Саранча ҡорһағы менән тыңлай. Көндөҙгө күбәләктәрҙә «ҡолаҡ» – алғы ҡанат төбөндә, төнгөләрендә – күкрәк менән ҡорһаҡ араһында урынлашҡан. Ә сиңерткәләр аяҡ менән тыңларға яйлашҡан, имеш.
 
Кеше мейеһе
 
Кеше мейеһе әлегә тиклем тулыһынса өйрәнелмәгән. Яңыраҡ уның тағы ла бер үҙенсәлеге – буласаҡ ваҡиғаларҙы алдан хәбәр итеү һәләтенә эйә булыуы асыҡланған. Беҙ йыш ҡына кем шылтыратасағын, ниндәйҙер насар, шатлыҡлы ваҡиға буласағын һиҙемләйбеҙ. Тик көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеп, күбебеҙ быларға иғтибар ҙа итмәй.
Ә бына Вашингтон университеты ғалимдары мейенең ҡайһы өлөшө алдан белеүгә булышлыҡ иткәнлеген асыҡларға тырышҡан. Тәжрибәлә ҡатнашырға йәш егеттәр һайлап алынған. Уларға көнкүрешкә арналған видеороликтар күрһәткәндәр. Билдәләнгән ваҡытта уны һүндереп, ҡараусыларҙан артабан нимә булырын һорағандар. Унан ролик артабан дауам иттерелгән.
Тикшереү һөҙөмтәләренән күренеүенсә, дөрөҫ әйткән ваҡытта кеше мейеһенең урта өлөштәре, шулай уҡ мейеләге ҡара матдә, тарғыл өлөшө әүҙемләшеп китә икән.
Фото: grizun-off.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: