

Сәскәләрҙең тәбиғи биологик ритмы ваҡыт арауығын етерлек дөрөҫ билдәләргә ярҙам иткән. Иртә яҙҙан һуңғы көҙгә ҡәҙәр кешеләр уның менән ҡуллана алған.
Уйлап табылған ҡоролма булараҡ, тәүге сәскә сәғәттәре Швецияла күренә башлаған. Башланған уйҙы ботаникаға күп ваҡытын бүлгән Карл Линней тормошҡа ашырған. Ғалим фекерен өлөштәргә бүленгән түңәрәк формалы ҡоролмаға әйләндергән. Уның буйынса ваҡытты белеп булған. Сөнки һәр бер өлөшөн сәскәлеге айырым бер ваҡытта асыла торған үҫемлек биләгән.
Төрлө төбәктә сәскә сәғәттәре төрлөсә төҙөлә икән. Ни өсөнмө? Cөнки уларҙың сәскәлеге асылыу, ябылыу ваҡыты тура килмәүе ихтимал. Күҙәтеүҙәргә ҡарағанда Австралияның Инсбрук ҡалаһында, мәҫәлән, үҫемлектәрҙең уяныуы, Линней сәғәте буйынса, 1 – 2 сәғәткә, ябылыуы 1 – 6 сәғәткә һуңлай.
Фото: frenchmoments.eu