-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Июль 2022, 09:00

Башҡорт журналистикаһы бүлегенә уҡырға килегеҙ

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина социаль селтәрҙәр аша абитуриенттарға мөрәжәғәт итте.

Башҡорт журналистикаһы бүлегенә уҡырға килегеҙ
Башҡорт журналистикаһы бүлегенә уҡырға килегеҙ

"Хөрмәтле милләттәштәр! Башҡорт дәүләт университетында быйыл башҡорт журналистикаһы бүлеге тергеҙелгәне хаҡында күптәр хәбәрҙар түгел икән дә... Бөгөн саҡ шылтыратып белешә башланылар. Һигеҙ бюджет урыны бар, уның береһе маҡсатлы йүнәлтмә менән килеүсегә тәғәйенләнгән. Кемдәрҙең телевидение өлкәһендә, радиола, ваҡытлы матбуғат сараларында эшләргә теләге бар? Рәхим итегеҙ! Белмәй ҡалғанбыҙ икән, тип үкенерлек булмаһын. Йыл һайын бюджет урындары булып тормай (һуңғы тапҡыр 2014 йылда бүленгәйне). Урыҫ теле һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәненән БДИ һөҙөмтәһе иҫәпкә алына, Zoom платформаһында журналистика буйынса башҡортса әңгәмәләшеү ҡаралған", - тип яҙа Гөлфирә Абдуллина.

https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-07-14/bash-ort-zhurnalistika-y-b-legen-u-yr-a-kilege-2872924

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: