-5 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Июль 2022, 11:00

Ҡоштар тураһында ҡыҙыҡлы факттар

Ҡоштар араһында иң етеҙ йүгереүсе - дөйәғош. Уның тиҙлеге - сәғәтенә 72 километр.

Ҡоштар тураһында ҡыҙыҡлы факттар
Ҡоштар тураһында ҡыҙыҡлы факттар

Бала сығарғас, беснәк ҡошсоҡтарын тәүлегенә 1 мең тапҡыр ашата.
***
Осоусы ҡоштар араһында иң ауыры – Африка туғаҙағы. Уның ауырлығы 19 килограмға етә. Беҙҙә улар һирәк осрай. Фёдоровка, Әбйәлил, Баймаҡ райондарында күренгеләй.
***
Алһыу фламинголарҙың төҫө уларҙың төп аҙығына бәйле икән. Был ҡоштар йәшел ылымыҡтар менән туҡлана. Эшкәртелгәндә үҫемлек ал төҫкә инә һәм ҡоштарға шул төҫтө бирә. Баш­ҡортостанда улар – һирәк үткенсе ҡунаҡ. 1969 йылда Учалы районының Амангилде ауылында хәлһеҙләнгән ике ал фламинго табыла.
***
Берғаҙандар (пеликан) элегерәк беҙҙең төбәктәрҙә лә йәшәгән. «Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы»на индерелгән был ҡоштар Асылыкүл эргәһендәге Берғаҙан ҡамыш һаҙлығында күпләп оя ҡорған. Евгений Кучеров мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы берғаҙан бында 1954 йылда юҡ ителгән.

Фото:https://yandex.ru/images/

https://yanshishma.com/articles/t-bi-t-m-y-sh/2022-01-04/oshtar-tura-ynda-y-y-ly-fakttar-2638027

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: