Йәйҙең матур көндәрендә тәбиғәткә сығып ял итергә тырышабыҙ. Ә унан ҡайтҡас, шашлыҡ ҡыҙҙырған рәшәткәне йыуыу күп ваҡытты ала. Уны тиҙ генә таҙартып алыу сере барлығын белә инегеҙме?
Ҡыҙған грилгә урталай бүленгән һуған ышҡығыҙ, ул янған майҙарҙы бик яҡшы таҙарта. Шулай уҡ ҡайнар барбекю рәшәткәһен таҙартырға лимон да ҡулланырға була. 30 минуттан ғәҙәттәгесә йыуып ҡуя алаһығыҙ.
Фото: eutg.net