Ғәҙәттә, ҡыярҙа кукурбитацин артыҡ булғанда, ул әсе була. Был матдә йәшелсәләргә күп булмаған дозала хас. Әммә артыҡ булһа, насар. Ул дым, ҡояш нурҙары, туҡланыу етмәүҙән, юғары йәки түбән температурала йыйыла. Шулай итеп йәшелсәнең тәмен боҙа.
Айырыуса йылы мәлдә ҡоро тупраҡта үҫкән ҡыярҙар әсе була. Әйткәндәй, һыуҙы түтәлде йөҙҙөргәнсе ҡойорға ла ярамай. Был йәшелсәне артыҡ дым да һәләк итә. Һәр нәмәлә сама белеү мөһим.