Был үҫемлектәрҙең тәбиғи ареалы - Ҡытай, Төньяҡ Америка, Кариб диңгеҙе утрауҙары. Катальпа тоҡомо ағастары йәки ҡыуаҡлыҡтарҙың бейеклеге 1 метрҙан 32 метрға ҡәҙәр етә. Олоно 2 метрға тиклем булырға мөмкин. Катальпаны спагеттиҙы хәтерләткән оҙон, нәҙек ҡуҙаҡтары өсөн макарон ағасы тип атайҙар. Ҡуҙаҡтар үҫемлек сәскә атҡандан һуң сыға.
Фото: Башинформ