+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән
20 Июля 2022, 10:00

Тәбиғәттең асылмаған серҙәре

Һыйырҙар ниңә һәр ваҡыт көньяҡҡа йәки төньяҡҡа борола? Бер ҡарағанда, һыйыр малының ҡайһы яҡҡа ҡарап ашауына кем иғтибар итһен. Ә бына ғалимдар әллә күпме фотоһүрәт аша уларҙы өйрәнгәндә шуны күргән.

Тәбиғәттең асылмаған серҙәреТәбиғәттең асылмаған серҙәре
Тәбиғәттең асылмаған серҙәре

Һыйырҙар үлән ашағанда йәки ял иткәндә гел баштары менән Ерҙең магнит полюстары яғына табан (төньяҡ йәки көньяҡ) борола икән. Был ел йәки тәбиғәттең башҡа күренештәренә бәйләнмәгән. Ни өсөн шулай икәнен аңлатып биреүсе юҡ. Был хәл Ерҙең барлыҡ контитенттарында йәшәүсе һыйырҙарға ла хас.

Ни өсөн сәскәләр планетаны баҫып алған?

Был ҡасандыр улай булмаған. Сәскәле үҫемлектәр яҡынса 400 миллион йыл элек флораның башҡа төрҙәрен ҡыҫырыҡлап сығарған. Бөгөн улар үҫемлек донъяһының 90 процентын тәшкил итә. Атаҡлы Чарлз Дарвин ғүмере буйы был һорауға яуап табырға тырышҡан. Сөнки сәскәләрҙең тиҙ арала планета буйлап таралыуы, тәбиғи һайлап алыу юлы менән әкрен үҫеше эволюция теорияһы закондарына ҡаршы килә.

Фото: proprikol.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас