+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән
22 Июля 2022, 03:30

Ауыр мәлдә ниндәй доға уҡырға?

Донъяла төрлө хәлдәр була. Бер көн беҙҙең өсөн булһа, икенсеһе ҡаршы булырға мөмкин. Шатлыҡ – төрлө күңелһеҙлектәр, ә улары шатлыҡ-ҡыуаныс менән алмашынып тора. Ләкин нисек кенә булһа ла, мөьмин-мосолман сабыр-түҙем булып ҡалырға тырышырға тейеш, тип яҙа “Дин вә мәғыйшәт”.

Ауыр мәлдә ниндәй доға уҡырға?Ауыр мәлдә ниндәй доға уҡырға?
Ауыр мәлдә ниндәй доға уҡырға?

Ауыр мәлдә  ниндәй доға уҡырға кәрәклекте беләһегеҙме?

Бына ул доға: “Әллаһүммә иннии ғәбдүкә вәбнү ғәбдикә радыйтү хүкмәкә вә ҡадааәк. Әсәлүкә ән түзһибә гәннии ғаммии вә хәзәнии үә ән тәрзүкании йүсра гүсри”.

Тәржемәһе: “Йә, Раббым, дөрөҫлөктә, мин – Һинең ҡолоң һәм ҡолоңдоң улы. Һинең хөкөмөңә һәм тәҡдиренә разыймын. Күңелемдәге ҡайғыны һәм көйөнөстө бөтөрөүеңде Һинән һорайым. Ҡайғы артынан шатлыҡ насип ит”.

Фото: egocreo.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас