+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Июль 2022, 15:00

Айырылғанды айыу ашар

(Бирма әкиәте) Борон заманда ҡара урман аҡ­ланында һыйыр кө­төүе йөрөгән, ти. Был мәх­лүктәр бер-береһенән һис айырылмаған, гел йәнә­шә булған, ти.

Айырылғанды айыу ашар
Айырылғанды айыу ашар

Һимеҙ һы­йыр итенән ауыҙ итергә ым­­һынған урман хужаһы Айыу­ҙың бик асыуын кил­тергән был берҙәм­лек. Сөн­­ки яндарына килтер­мәй­ҙәр, һөҙәләр ҙә осоралар, имеш, тегене һыйыр­ҙар. Шунан һуң Айыу хәйлә ҡор­ған, ти. Бер һыйыр янына барған да, ҡолағына ғы­на:
– Әй, кәкре мөгөҙ! Күрә­һеңме, ана теге һыныҡ мө­гөҙ һине һөҙөргә итә! – тигән. Икенсеһе янына килеп:
– Әй, оҙон ҡойроҡ! Һаҡ бул, анауы мүкләк һиңә теш ҡайрай! – тигән, ти.
Шулай һәр береһен ҡо­торта-ҡо­торта, Айыу һыйыр көтөүен тарҡатыу хәленә еткергән, имеш. Һыйырҙар хәҙер бер-береһенән йыра­ғыраҡ ерҙә үлән утлайҙар икән. Ә Айыуға, әлбиттә, шул ғына кәрәк. Ул уларҙы берәм-берәм тамаҡлап бө­төргән, имеш.
Бына шунан һуң инде “Айырыл­ған­ды айыу ашар” тигән әйтем тыу­ған, тиҙәр.

 

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас