Табала ҡыҙҙырғанда май сәсрәмәһен өсөн саҡ ҡына тоҙ өҫтәргә кәңәш ителә.
Йомортҡаның бешкәнен сейенән айырыр өсөн өҫтәлдә үҙ күсәрендә әйләндереп ҡарарға кәрәк. Бешкәне әллә нисә ҡат әйләнәсәк, бер тапҡыр ғына икән, тимәк, ул – бешмәгән.
Һөт ҡайнатҡанда ташмаһын тиһәгеҙ, эстән кәстрүлдең ситтәренә май һөртөгөҙ.
Эремсек әсе булһа, шул уҡ ауырлыҡта һөт ҡушып, бер сәғәткә ҡуйып тороғоҙ. Шунан төбөнә марля һалып иләк аша үткәрегеҙ. Яңы ғына эшләнгән кеүек булыр. Ә һөттө иһә ҡамыр баҫҡанда, ҡоймаҡ ҡойғанда ҡулланырға була.
Салат эшләгәндә ныҡ һалҡын ризыҡтарҙы йылылары менән бергә ҡушырға ярамай. Тиҙ боҙола, әсейәсәк. Бөтәһе лә бүлмә температураһында булыуы һәйбәт.