*Мөләйем ҡиәфәтемә ҡарамаҫтан, мин күңелем менән – директор.
*Һәр Арыҫлан да һүрәт төшөрөргә яратмай, ләкин һәр береһе ҡыланырға маһир.
*Эшләйем икән, аяҡтан йығылғансы; күңел асам икән, бөтәһен дә һыйлайым.
*Күңелгә ятышлы ғәҙәттәр – ярты уңыш.
*Мин тормоштоң сағыу яҡтыртылған сәхнәһендәге артист.
*Өйҙә рояль пианиноға ҡарағанда һәйбәтерәк, хатта унда уйнарға кеше булмаһа ла.
*Мин янығыҙҙа булғанда һеҙгә ҡояш нимәгә?
*Эшләйем икән, ҙурҙан ҡубам.
*Девизы: “Бөтәһе лә мин тигәнсә буласаҡ, йәғни бына тигән!”
*Яратҡан шөғөлө: күрһәтмәләр биреү.
*Идеал эше: түрәләрҙең түрәһе.
ЮЛАМАН.