-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Июль 2022, 10:15

“Смешариктар” – Шүлгәнташта

Башҡортостан «Халыҡтар дуҫлығы әлифбаһы» мәғариф проектының пилот сериялары иҫәбенә инде.

“Смешариктар” – Шүлгәнташта
“Смешариктар” – Шүлгәнташта

«Хазина» исемле өс минутлыҡ роликта “Смешариктар” йәнһүрәт геройҙары «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы, башҡорт балы, солоҡ кәсебе һәм «тамға» билдәләре хаҡында һөйләй. Киләһе серияларында Карыч Урал батыр тураһында ла һөйләйем, тине. «Теләһе ҡайһы пираттарҙан ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡ», - тип вәғәҙәләй йәнһүрәт. Проект нигеҙендә Бүрәтстан һәм Татарстан тураһында ҡыҫҡа эпизодтар ҙа донъя күрҙе. Йәмғеһе ете эпизод ҡаралған.

Фото: скриншот

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас