+6 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән
29 Июля 2022, 06:00

Хәҡиҡәтте үлтереү мөмкинме?

Ауылда ике бер туған йәшәгән. Аталары яҡты донъя менән хушлашыр алдынан һәр ҡайһыһына мираҫ итеп йөҙәр тәңкә биргән дә бер-береһенә ярҙам итеп йәшәргә ҡушҡан. Ағаһы ҡустыһынан үҙенең өлөшөн ике йылға бурысҡа биреп тороуын һора­ған, өйләнергә һәм яңы йорт төҙөргә теләүен әйткән.

Хәҡиҡәтте үлтереү мөмкинме?Хәҡиҡәтте үлтереү мөмкинме?
Хәҡиҡәтте үлтереү мөмкинме?

– Ярай, – тип килешкән кесеһе. – Миңә өйләнергә иртә әле, донъя күреп йөрөгөм килә. Ике йылдан ҡайтып алырмын аҡсаны, – тигән.
Ваҡыт тиҙ үткән. Кесе туғаны ҡайтыуға олоһо:
– Һин аҡса бирмәнең, үҙең тотоноп бөткәнһеңдер ҙә минең байлығымды алырға теләйһеңдер, – тигән.
– Улайһа, судьяға барайыҡ, әйҙә, ул ғәҙел хөкөм сығар­һын, – тип тәҡдим иткән ҡус­тыһы.
Ағаһы ҡурҡыуға ҡалған. Сөнки судьяның өйө янында хәҡиҡәт ағасының үҫеүен белгән. Суд барған ваҡытта судья һәр ваҡыт ағасҡа ҡараған. Әгәр кеше дөрөҫтө әйт­һә, япраҡтар шаулаған. Ә инде ялғанлаһалар, япраҡтар ҡойолған.
Шуға өлкән туған мөғжизәле ағасты юҡ итергә уйла­ған. Төндә ҡаҙып алған да тамырҙарын тураҡлап ташлаған. Соҡорона таштар тултырған да ағасты шулар ара­һына ҡаҙап ҡуйған, өҫтөнә ер һипкән.
Ағасының һулығанын күреп, судья бик ҡайғырған. Тик ни эшләһен, башҡа сара юҡ, хөкөм сығарырға кәрәк.
Ике туғанды ла тыңлаған да уйға ҡалған. Шул саҡ кесеһе илап ебәргән:
– Атайым үлер алдынан беҙгә, бер-берегеҙгә ярҙам итеп йәшәгеҙ, тине. Мин ағайым менән судлашырға теләмәйем, – тигән.
Ошо мәлдә хәҡиҡәт ағасында йәш япраҡтар ҡалҡып сыҡҡан.
– Был ялған! Таштарҙа ағас үҫмәй! – тип ҡысҡырып ебәргән ағаһы.
– Дөрөҫлөк ағасы ташҡа ултыртһаң да ҡоромай, – тигән судья.

З. ЯЛСЫҠАЕВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас