*Йәшен күп булһа, баланды ҡырау алыр.
*7 августа иртән һалҡын булһа, ҡыш иртә килер, оҙон да булыр.
*16 августа көслө һалҡын ел иҫһә – һыуыҡ, йылы ел иҫһә – йомшаҡ, ҡарлы ҡышҡа.
*19 август ҡоро булһа, көҙ ҡоро киләсәк, дымлы булһа – ямғырлы көҙ көтөлә, аяҙ булһа – ҡырыҫ ҡышҡа.
*21 авгусҡа ҡарап ғинуарҙың холҡон фаразлап була.
*31 август әрем тамырын ҡарағыҙ, әгәр йәш тармаҡтары ҡалын булһа – киләһе йылда уңыш мул булыр.
*Августа торналар төркөм-төркөм булып йылы яҡҡа китһә, ҡыш иртә килер.
Фото: vk.com