

Уның һүҙҙәренсә, әле хакимиәт урын һайлай, аллеяны киләһе йылда асыу күҙаллана. Хакимиәт башлығы сәскәләрҙе тейешенсә тәрбиәләүҙе тәьмин итеү мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәклеген билдәләне. «Рауза - бик наҙлы үҫемлек, шуға сәскәләр матур итеп үҫһен өсөн быларҙың барыһын да нисек итеп дөрөҫ ойоштороу тураһында уйлайбыҙ», - тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Күмертауҙа Юрий Шатуновтың бала сағы үтә. 48 йәшендә вафат булған йырсы Мәскәүҙең Троекуров зыяратында ерләнде.
Фото: ufa.kp.ru