+19 °С
Дождь
Төрлөһөнән
3 Августа 2022, 10:00

Ғүмер оҙонлоғоңдо... аяҡ үлсәмеңә ҡарап бел!

Кембридж университеты ғалимдары иҫ киткес тикшереү үткәргән һәм кешенең ғүмер оҙонлоғон билдәләүсе бик тә ҡыҙыҡлы асыш яһаған.

Ғүмер оҙонлоғоңдо... аяҡ үлсәмеңә ҡарап бел!Ғүмер оҙонлоғоңдо... аяҡ үлсәмеңә ҡарап бел!
Ғүмер оҙонлоғоңдо... аяҡ үлсәмеңә ҡарап бел!

Тикшереүҙәр ике йыл ваҡытты алған. Кемдәр күпме йәшәй һуң?

38-се аяҡ үлсәмле ҡатын-ҡыҙҙарҙың, статистика буйынса, иң оҙаҡ йәшәүселәр булыуы асыҡланған. Улар 84 йәшкә етә ала икән.

Ир-егеттәр араһында 42-се үлсәм эйәләренә оҙон ғүмер вәғәҙә итә белгестәр. 35-се үлсәмле аяҡ кейеме кейеүсе ҡатын-ҡыҙҙар ғәҙәттә 69 йәшкә етә алмай икән. Ләкин үтһәләр, оҙаҡ йәшәйҙәр.

Ир-егеттәрҙең 38 һәм 45-се үлсәмле аяҡ кейеме кейеүселәр сағыштырмаса аҙ йәшәй, тип билдәләнә.

Иң мөһиме – ғүмер оҙонлоғоноң сәләмәтлеккә, эмоциональ торошҡа, тормош рәүешенә бәйле икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Быларҙы иҫкә алғанда, аяҡ үлсәменә ҡарап тормайынса, 100 йәшкә лә етергә мөмкин.

Фото: pixabay.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас