+18 °С
Облачно
Төрлөһөнән
4 Августа 2022, 05:00

Гәрәбә

Таштарҙың ерҙә хасил булғанын беләһегеҙ инде. Ә гәрәбә борон замандарҙа ҡарағай­ҙарҙың диңгеҙгә ағып төшкән һутынан барлыҡҡа килгән тип фаразлана.

ГәрәбәГәрәбә
Гәрәбә

Ул осорҙа ҡояш әлегенән күпкә нығыраҡ ҡыҙҙырған. Ә ҡарағайҙан ағып төшкән сайырға ылыҫ, бөжәктәр кеүек төрлө нәмәләр ҙә йәбешкән. Шуға ғалимдар гәрәбәне тикшереп, унда ҡатып ҡал­ған һүрәттәр буйынса 100 миллион йылдар элек ерҙәге тормошто, унда ниндәйерәк йән эйәләре йәшәүен дә самалай.
Үтә күренеүсән быяла булмаған саҡта гәрәбә күҙлек, лупалар яһау өсөн файҙаланылған. Ә гректар айырыуса уның тартыу көсө булыуына әһәмиәт биргән. Ысынлап та, гәрәбәне нимәгәлер ышҡыһаң, унда еп, ҡағыҙ киҫәге йәбешеп ҡала.

Фото: www.instagram.com

https://yanshishma.com/articles/bel-e-me-/2021-08-17/g-r-b-2467576
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас