

Ҡараңғыла ҡара ҡарғаға ҡараным. Ҡара ҡарғаға ҡараңғыла ҡараһаң да, ҡарамаһаң да, ҡара ҡарға ҡарасҡыға ҡарағанда ла ҡарараҡ һымаҡ ҡарап тора.
***
Бәширә әбей бөгөн байрамға балаларға баллы-баланлы бәлеш бешергән. Балалар баллы-баланлы бәлеште бешеп сыҡҡас та бик яратып, бешә-бешә, берәм-берәм ашай башланылар.
***
Һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме?
Мөгөҙө үгеҙегеҙҙекеме?
Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке,
Мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке.
***
Килгән Ғата, кейгән ҡата,
Уң аяҡта – һул ҡата.
Ҡатала түгел хата,
Ғата кейгән бит хата.
Фото: asienda.ru