-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Август 2022, 10:00

Бөтә донъя бесәй көнө

Ҡылыҡтары нимә хаҡында һөйләй? Ҡайһы бер илдәрҙә бе­сәй­ҙәр пенсия алғанын һеҙ белмәйһегеҙҙер әле. Әлбиттә, бөтәһенә лә эләкмәй бындай бәхет. Мәҫәлән, Австрияла иген келәттәрен һаҡлаусы бесәйҙәргә пенсия тәғәйенләнә. Әммә ул аҡса рәүешендә тү­гел, ә ит, һөт, һурпа һымаҡ аҙыҡтар менән «түләнә».

Бөтә донъя бесәй көнө
Бөтә донъя бесәй көнө

*Бесәйҙәр мыяулай икән, тимәк, һеҙҙең менән «һөйләшергә» теләйҙәр. Сөнки үҙҙәренең ҡәрҙәштәре менән улай аралашмай.
*Ҡойроҡтарын болғаһалар – мыраубайҙарҙың нин­дәй­­ҙер һайлау алдында тор­­­­ға­­­­нын белергә мөмкин. Әгәр улар ишек янына килеп, тышҡа сығырға теләһә, ә шул ваҡытта урамда ямғыр яуһа, нимә эшләргә белмәй, ҡойроҡтарын тағы ла шәберәк һелкетә башлайҙар. Бының менән үҙҙәренең эстәрендәге көрәште күрһәтәләр: сығыр­ғамы, юҡмы? Урамда йөрөгөһө лә килә, ләкин ямғырҙа һыуланырға ла теләмәй. Ниндәйҙер бер ҡарарға килеү менән ҡойроғо ла һелкенеү­ҙән туҡтай.
*Яратҡан бесәйҙәре үлһә, Мысыр халҡы ҡайғыларынан үҙҙәренең ҡаштарын ҡырған.
*Һәр бесәйҙең морононда, кешенең бармаҡ эҙҙәре кеүек, үҙенсәлекле һүрәт бар.
*Әгәр бесәй йорт йыһаздарына йәки кешенең аяҡтарына ышҡыла икән, ул үҙенең биләмәһен билдәләй, тигән һүҙ. Ирендәрендәге, телендә­ге һәм ҡойроғондағы махсус биҙҙәр ярҙамында белдерә уны. Әгәр эргәгеҙҙә торғанда бесәйҙең ҡойроғо ҡалтыраһа, бының менән һеҙгә булған мөнәсәбәтен, һөйөүен күр­һәтә.
*Үҙе тотҡан сысҡанды йыш ҡына алдығыҙға килтереп һалһа, тимәк, бүләк эш­ләй.
*Бесәйҙәрҙең ҡылыҡтары күп, барыһы ла өйрәнелеп тә бөтмәгән. Әммә шуныһы раҫ: кәйефегеҙ булмағанда йәки үҙегеҙҙе насар һиҙһәгеҙ, бесәйегеҙҙе һыйпау менән күңелегеҙ ҙә күтәрелер, хәлегеҙ ҙә арыуланыр. Быныһы бәхәс­һеҙ.

Фото: bugaga.ru

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас