+11 °С
Облачно
Төрлөһөнән
11 Августа 2022, 12:30

Быны белеү артыҡ булмаҫ

Һуған ризыҡҡа тәм өҫтәп кенә ҡалмай, ә көнкүрештә лә бик ҙур ярҙамсы була ала. Уның ҡайһы бер үҙенсәлектәрен генә белергә кәрәк.

Быны белеү артыҡ булмаҫБыны белеү артыҡ булмаҫ
Быны белеү артыҡ булмаҫ

*Ул буяу еҫенән ҡотолорға ярҙам итә. Бының өсөн дүрт өлөшкә бүленгән һуғанды һыу һалынған һауытҡа урынлаштырып, буялған бүлмәлә төнө буйы тоторға кәрәк. Иртүк бүлмәне елләтеп алһағыҙ, бер ниндәй ҙә ауыр еҫ тә ҡалмаҫ.

*Һуғанды һағыҙ сәйнәй-сәйнәй тураһағыҙ, күҙегеҙҙән йәш сыҡмаҫ.

*Себендәр һуған еҫен өнәмәй. Шуға күрә тәбиғәттә ял иткәндә ҡул һәм аяҡтарҙы һуған менән ыуһаң, себендәр һеҙҙе ситләтеп осасаҡ.

*Бысаҡтағы тутыҡ таптарын да бөтөрә. Һуғанды шундай бысаҡ менән тураһаң, таптарҙың эҙе лә ҡалмаҫ.

*Йәй көнө йортҡа ҡырмыҫҡалар эйәләшһә, улар күпләп йыйылған урынға туралған һуған һалынған һыу ҡуйһаң, саҡырылмаған ҡунаҡтарҙан елдәр иҫәсәк.

Фото: golos-pravda.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас