+18 °С
Облачно
Төрлөһөнән
11 Августа 2022, 09:00

Яҙыу машинкаһының тарихы

Әле сирек быуат элек кенә дәрәжәле бер генә ойошманы ла яҙыу машинкаһынан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмаған.

Яҙыу машинкаһының тарихыЯҙыу машинкаһының тарихы
Яҙыу машинкаһының тарихы

Хәҙер компьютер заманы, ә яҙыу машинкалары музейҙарҙа ғына һаҡланып ҡалды, тиһәк тә була. Ә, бәлки,ул ҡайһы берәүҙәрҙең өйөндә әле лә барҙыр.

Был яҙыу ҡоралын Британия кешеһе Генри Милль 1714 йылда уҡ уйлап тапҡан. Әммә был хаҡта тулы мәғлүмәт һаҡланмаған. 1868 йылда Кристофер Шоулз уны эшләүгә патент алғас, “Ремингтон №1” исемле машинкалар күпләп етештерелә башлай. Шоулз уны яңыртыу, камиллаштырыу өҫтөндә йәнә ун йыл эшләй әле. Беренсе яҙыу машинкаһының исеме халыҡ теленә шул тиклем үтеп инә, хатта машинисткаларҙы ла йыш ҡына “ремингтонисткалар” тип атайҙар. Хаҡы 125 доллар булғанға уны бары тик хәллеләр генә һатып ала алған. Урыҫ яҙыусыһы Лев Николаевич Толстой машинканың барлыҡ уңайлыҡтарын, өҫтөнлөктәрен күреп  файҙаланған. Егерменсе быуатта уҡ инде кабинетында “Ремингтон” машинкаһы булған. Рәсәйҙә яҙыу машинкаһын уйлап табыу менән инженер Михаил Алисов шөғөлләнгән. Тик ни эшләптер уныҡылар сит илдәгенекенән дә ҡиммәткә төшкән. Ә 1928 йылда яҙыу машинкаһын етештереү менән Ҡазанда шөғөлләнә башлағандар.

Компьютерҙа текст йыйғанда хата китһә, уны клавиатураға баҫып тиҙ генә төҙәтеп ебәрәбеҙ. Ә яҙыу машинкаһында бындай мөмкинлек юҡ. Хатаны лезвие ярҙамында йәки махсус аҡбур ярҙамында ғына төҙәтеп булған. Ә ҡайһы саҡта бик тә кәрәкле ҡағыҙ булһа, тексты яңынан йыйғандар.

Фото: oztypewriter.blogspot.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас