

Уның хужаһы туҡтап, ҡатындың ситкәрәк китеп, үҙенә юл биреүен көтөп торған. Йәйәүле шул саҡ, ауыр тын алып, егеткә мөрәжәғәт иткән:
– Балаҡайым, өйөмә тиклем илтеп ҡуя алмаҫһыңмы икән? Мин һиңә ярты тоҡ дөгөмдө бирер инем. Изгелекле кешеләр бер тоҡ дөгө бирҙеләр ҙә бит, бигерәк ауыр, өйгә хәтлем алып ҡайтып еткерә алмам, тип ҡурҡам.
– Ғәфү итегеҙ, илтә алмайым шул. Үҙем дә ике көн алһыҙ-ялһыҙ эшләнем. Атым да ныҡ арыны, – тип яуаплаған егет.
Арба ҡуҙғалып киткән. Әбей ҙә, тоғон көскә яурынына һалып, артабан атлаған.
Бер аҙҙан ул арттан ат тояғы тауышын ишеткән. Баяғы егет кире урап килеп:
– Әйҙәгеҙ, ултырығыҙ, илтеп ҡуяйым инде үҙегеҙҙе, – тигән.
Шунан өлкән юлдашын арбаға ултыртып, тоғон һәйбәтләп урынлаштырған. Ике сәғәт юлда барғандар.
Арыуҙан йоҡлап китмәҫ өсөн, егет әбейгә үҙенең тормошон һөйләгән.
– Мин бында таулы яҡтағы ауылдан аҡса эшләргә килдем. Әсәйемдең берҙән-бер генә улымын. Күршебеҙҙәге байға бурысыбыҙҙы ҡайтарыр өсөн шулай тырышам.
– Минең улым да сит тарафтарға аҡса эшләргә сығып киткәйне. Тик күптән инде унан хәбәр юҡ, – тип тәрән һулаған әсә кеше.
Әбейҙең өйөнә килеп еткәс, ул егеткә, вәғәҙә иткәнсә, ярты тоҡ дөгөнө бушатып алырға ҡушҡан.
– Юҡ, мин һеҙҙең ризығығыҙҙы алмайым, – тип яуаплаған егет. – Һеҙҙе күргәс, үҙемдең әсәйемде иҫемә төшөрҙөм. Бәлки, уға ла ҡыйын саҡта кемдер ярҙам итер.
З. ЯЛСЫҠАЕВА.
Фото: freeimages.com