+11 °С
Облачно
Төрлөһөнән
14 Августа 2022, 05:00

Бурһыҡ кәңәше буйынса

Урманда Бурһыҡ йәшәгән. Үҙе аңра ғына булһа ла, башҡаларға кәңәш бирергә, аҡыл һатырға ныҡ яратҡан. Бер мәл оҫта ҡуллы ҡуяндарҙы саҡыртып ала ла үҙенә йорт һалдыртырға була. 

Бурһыҡ кәңәше буйынсаБурһыҡ кәңәше буйынса
Бурһыҡ кәңәше буйынса

Тегеләр ни, хужа кәңәш биреп торғас, өйҙө «һә» тигәнсе яһап та ҡуя. Унда күсенгәс, Бурһыҡ аптырап:
– Бәй, тәҙрәһе ҡайҙа? – тип һорай икән.
– Уның кәрәге юҡ, ҡышҡыһын ел өрмәҫ, – тип аңлата ҡуяндар.
– Мейесе лә күренмәй?
– Өй эсе иркен булһын, тинең, шуға ла аҡлан ситенә яһап ҡуйҙыҡ. Урман эргәлә генә бит, утын ташып та этләнмәйһең?
– Ишеген дә уйманығыҙмы ни?
– Теләһә кем борсоп йөрөмәһен өсөн иҫке ағас төбөнә ҡаҙаҡлап ҡуйҙыҡ.
– Бындай йортта йәшәп булмай! – тип ҡуяндарҙы әрләр ине. Ни эшләһен, бер ни ҙә әйтә алмай. Сөнки барыһы ла уның кәңәше менән эшләнде бит...

Фото: stihi.ru

 

 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас