+11 °С
Облачно
Төрлөһөнән
14 Августа 2022, 07:00

Крыжовник

Еләге ҡара ҡарағаттыҡынан тәмле һәм эрелеге менән айырылып тора. Уның составында шәкәр — 8-9, органик кислоталар — 2-2,5 процентҡа күберәк (лимон, алма кислоталары), көл — 0,42-0,60 процент. Шулай уҡ калий, кальций, тимер, магний матдәләре, А, В1, В2, РР витаминдары күп.

КрыжовникКрыжовник
Крыжовник

Ул ашҡаҙан, эсәк, бөйөр, бәүел ҡыуығы ауырыуҙары менән яфаланған кешеләргә файҙалы. Аҙ ҡанлылыҡҡа, артыҡ һимереүгә ҡаршы ла ҡулланыла.
Крыжовник ҡарағат, ҡурай еләге кеүек, бер урында һигеҙ-туғыҙ йыл үҫтерелә. Беҙҙең тәбиғәт шарттарында вегетация осоро апрель аҙаҡтарында башланып, май урталарында сәскә ата, августың тәүге яртыһында өлгөрә. Уны тәрбиәләү ысулдары ҡарағаттыҡы кеүек. Айырма шунда ғына: ҡара ҡарағат дымлы тупраҡты үҙ итә, ә крыжовник ҡалҡыуыраҡ урында яҡшы үҫә.
Крыжовник сатырына ҡоторорға, йәйелергә юл ҡуйырға ярамай. Иртә яҙҙа һынған ауырыу һәм артыҡ йәш ботаҡтарҙы ҡырҡып алып яндырырға кәрәк. Яҙ көнө үҫентенең төбө йомшартыла, ҡоротҡостарға, бәшмәк ауырыуҙарына ҡаршы нитрофен менән эшкәртелә (10 литр һыуҙа 200 грамм нитрофен иретелеп һибелә).

С. ХАЖИЕВтың “Баҡсасы белешмәһе” китабынан.

Фото: cvet-dom.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас