-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Август 2022, 17:35

Ситтән ҡарап ҡына өйрәнеп буламы?

Көнө буйы тимерлектә ҡыҙыу металды һуҡҡылап, унан кәрәкле әйбер яһағандарын ҡарап торған малай өйгә йүгереп ҡайтып инә лә:  – Атай, мин үҫкәс, оҫта тимерсе буласаҡмын. Тимерсе ағайҙың нисек эшләгәнен күреп, һәр бер оҫталыҡ серен иҫемдә ҡалдырып барҙым. Бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ икән.

Ситтән ҡарап ҡына өйрәнеп буламы?
Ситтән ҡарап ҡына өйрәнеп буламы?

Тик атаһы уның һөйләгәненә әллә ни иғтибар бирмәгән. Эше менән мәш­ғүл булған.
Бер аҙҙан улын сәйгә саҡыра. Үҙе шәкәрләп, баллап һемерә, ә малайына тәҡдим итмәй ҙә.
Һуңынан атаһы унан:
– Йә, улым, минең сәй кеүек һинеке лә шәрбәтле булғандыр?
– Бәй, нисек улай булһын, балды бит үҙ эргәңә генә ултырттың.
– Һуң, һыйланғанымды ҡарап торҙоң дабаһа, шәрбәт тәмен тойманыңмы ни?
– Тойманым, – тип үпкә белдергән улы.
– Улай булғас, нисек ситтән ҡарап тороп ҡына тимерсе һөнәрен үҙләштерҙең һуң? – тип йылмая атаһы.

Фото: www.bonodono.ru

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас