+13 °С
Дождь
Төрлөһөнән
14 Августа 2022, 09:00

Урыҡ-һурыҡ фекерҙәр

Аҡыллы һүҙ бышылдап әйтһәң дә ишетелә, аҡыл­һы­ҙы – аҡырһаң да барып етмәй. ***

Урыҡ-һурыҡ фекерҙәрУрыҡ-һурыҡ фекерҙәр
Урыҡ-һурыҡ фекерҙәр

Тауҙар борон-борон заманда ике материктың бәре­ле­шеүе һөҙөмтәһендә пәйҙә булған, тиҙәр. Тимәк, ҡап­ма-ҡаршы яҡтарҙың бәрелешеүенән һәр саҡ уларҙы айырып тороусы кәртә-тау тороп ҡала.
***
Тәбиғәт матурлығы ла, күңел матурлығы ла – ике­һе лә матурлыҡ. Әммә тәбиғәт матурлығы – һәр кемдең күҙ алдында, ә күңел хазиналары йө­рәк төбөндә ята. Уларҙы һәр саҡ һәм һәр кемгә лә күреү еңел түгел.
***
Тәбиғәт бер нәмәне лә бушҡа бирмәй. Хатта рухи тор­мошта ла. Әйтәйек, байрам алдынан күңел ни ҡәҙәрле күтәренке булһа, байрам артынан шул ҡәҙәр үк төшөнкө була.
***
Һәр бер халыҡтың башҡаларҙан боронғораҡ булып күренгеһе килә. Әммә хикмәт боронғолоҡта түгел, ми­неңсә. Халыҡ үҙенең аҡыллы, талантлы, мәҙәниәтле, әхлаҡлы, эшһөйәр улдары һәм ҡыҙҙары менән бөйөк. Боронғолоҡ йәки күп һанлылыҡ – һис кенә лә бөйөк­лөктө аңлатмай.
***
Беҙ, берәй кешенең килмәгән ере була икән, уны ғәйепләйбеҙ, хатта көләбеҙ... Ә бит уның ғәйебе юҡ. Ағастарға ҡарағыҙ: береһе тәпәш, береһе бейек, береһе йомшаҡ, береһе ҡаты, береһе төҙ, береһе кәкре-бөкрө... Уларҙың ғәйебе юҡ бит инде бында.
Ана теге ҡайын – кәкре. Әммә икенсе бер ерҙән ҡараһаң, ул төп-төҙ күренә. Ҡайһы яҡтан ҡарайһың бит...

Мәхмүт МӘСӘҒҮТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас