Таиланд ветеринарҙары 25 йәшлек ташбаҡаға операция яһаған. Уға “аҡса муҡсайы” (копилка) тип исем ҡушҡандар.
Был юҡҡа түгел. Уның эсенән 915 тинлек аҡса сыҡҡан. Ауырлығы биш килограмм тартҡан. Дауаланғандан һуң ташбаҡаны зоопаркка ебәрәсәктәр. Эш шунда: ташбаҡалар төйәк иткән һыуға туристар ҙа, урындағы халыҡ та яҡындарына, үҙҙәренә оҙон ғүмер теләп аҡса ташлай икән. Ошо инаныуҙар был ер-һыу йәнлегенең башына етә яҙған да инде – ялтыр-йолтор әйбергә улар ҙа битараф булмаған.
***
Иң ауыр йылан – анаконда. Көньяҡ Америкала һәм Тринидадта йәшәгән ғәҙәти анакондаларҙың уртаса оҙонлоғо – 8,45 метр, ҡоласы 111 сантиметр була. Ошоларҙы иҫәпкә алып, уның кәүҙә ауырлығын 227 килограмм тип иҫәпләгәндәр.
***
Иң ҙур кеҫәртке – варан. Комод варанының уртаса оҙонлоғо – 2,25 метр, ауырлығы – 59 килограмм. Индонезияла уны гигант варан тип тә йөрөтәләр. Иң бәһлеүән һөйрәлеүсе 1937 йылда АҠШ-тың Миссури штатының Сент-Луис зоопаркында теркәлгән. Ул 3,10 метр оҙонлоҡта булып, 166 килограмм тартҡан.