+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Август 2022, 10:00

Кондиционер зарарлымы?

Иң эҫе көндәрҙә машинала кондиционерҙы тулы ҡеүәтенә эшләтеү хәүефле, әлбиттә. Бында иң ҡурҡынысы - урамда һәм машинала һауа температураһының ҙур айырмаһынан һалҡын тейеү.

Кондиционер зарарлымы?
Кондиционер зарарлымы?

Ҡаланың эҫе һауаһынан һуң артыҡ һыуытылған салонға һәм креслоға ултырыу тәьҫир итмәй ҡалмай. Шуға күрә һаулыҡҡа зарарһыҙ булһын өсөн айырма 10 градустан артмаҫҡа тейеш.

Миҫал өсөн, урамда 32 градус эҫелек икән, машинала 22 градус тотоу яҡшы. Һалҡын һауаны биткә, тын юлдарына ҡаратып өрҙөрөү лә ҡәңәш ителмәй. Бынан бигерәк балаларҙы һаҡларға кәрәк.

Фото: auto.sevastopol.su

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас