-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Август 2022, 12:00

Пакетлы сәй эсергәме?

Беҙ уны тиҙ ҙә, уңайлы ла булған өсөн ҡулланабыҙ. Ә уларҙың сифаты тураһында уйланмайбыҙ. Йыш ҡына пакет эсендә ысын сәй булмай: унда сәй япраҡтары валсығын, йәғни етештереү ҡалдығын һалалар.  

Пакетлы сәй эсергәме?
Пакетлы сәй эсергәме?

Өҫтәүенә, ҡайһы бер етештереүселәр уларға төҫ биреүсе матдәләр ҙә ҡуша. Сөнки был ҡалдыҡтарҙан, билдәле, ҡуйы ҡыҙыл сәй булмаясаҡ.

Пакеттағы сәйҙең ысынмы, юҡмы икәнен тикшереп ҡарарға була. Бының өсөн уны һалҡын һыулы сынаяҡҡа һалып ҡарағыҙ. 3 – 5 минутта ул сәй төҫөнә инә икән, тимәк буяу ҡушылған. Сифатһыҙ сәй икәненә ышанығыҙ: ысын сәй япраҡтары тик ҡайнар һыуға ғына төҫ бирә.

“Йәшлек” гәзитенән.

Фото: Яндекс Дзен

 

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас