+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән
18 Августа 2022, 10:00

Принтер-юйғыс

Израилдә ҡағыҙҙағы яҙыуҙы юйыусы принтер уйлап тапҡандар. Ил компанияһы хеҙмәткәрҙәре уйлап тапҡан ҡорамал ҡағыҙ битендәге бөтә буяуҙы юйырға һәләтле.

Принтер-юйғысПринтер-юйғыс
Принтер-юйғыс

Был иһә уны бер нисә тапҡыр ҡулланыу мөмкинлеге бирә. Лазер машинкаһын уйлап табыусылар әйтеүенсә, яңы технология ҡағыҙ ҡулланыуҙы күпкә кәметергә һәм тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәҫкә, ағастарҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Ул ғәҙәти принтерҙан киреһенсә эшләүе менән айырыла, йәғни яҙыулы ҡағыҙҙы лазер ярҙамында таҙарта. Һөҙөмтәлә ҡабат ҡулланырға яраҡлы таҙа ҡағыҙ бите килеп сыға.

С. ЛОТФУЛЛИНА.

Фото: скриншот

Автор:
Читайте нас