+12 °С
Облачно
Төрлөһөнән
19 Августа 2022, 06:00

"Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү"

Яңы уҡыу йылынан илебеҙҙең бөтә мәктәбендә лә йәмғиәт ҡиммәттәренә арналған синыф сәғәттәре үткәрелә башлаясаҡ.

"Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү""Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү"
"Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү"

Ил Башлығының Ижтимағи проекттар буйынса идаралығы начальнигы Сергей Новиков белдереүенсә, Рәсәй йәмғиәте буйынса синыф сәғәттәре 5 сентәбрҙән башланырға тейеш. Уны "Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү" ("Разговоры о важном") тип атайҙар. Бындай сәғәттәр, төрлө йәш төркөмөнә ҡарап, бәхәс ҡороу, квиз, дәрес рәүешендә методик материал биреү, белгес менән әңгәмә булыуы мөмкин.

Илдең Мәғрифәт министрлығы ошо айҙа педагогтар менән әҙерлек эшен үткәрә.

"Йәшлек" гәзитенән.

Фото: http://povyshenie09.ru/480-razgovory-o-vazhnom

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас