

Хәҙер ҙә игенселек һәм баҡсасылыҡтағы отоу-отолоуыбыҙ күп осраҡта йылдың нисек килеүенә, һауа торошона, яуым-төшөмдөң булыу-булмауына бәйләнгән.
Шуны билдәләргә кәрәк: күп йылдар һыналып килгәнгә күрә лә халыҡ һынамыштарының күбеһе ысынға тура килә. Миҫалға бер нисәһен генә алайыҡ.
* Болоттар бер өйкөмгә йыйылды — көн йонсоу булыр.
* Көнбайыш еле — ямғырға.
* Йәйе нисек — ҡышы шулай.
*Дымлы йәй, йылы көҙ — оҙон ҡышҡа.
*Йәйе эҫе — ҡышы һалҡын.
*Ҡырмыҫҡа ояһы ҙур булһа, ҡыш һалҡын була.
* Әгәр көҙ серәкәй осһа, ҡыш йомшаҡ килер.
*Төтөн юғарыға күтәрелһә — һалҡынға.
* Ҡояш аяҙға байыһа, көн матур була.
*Ай ҡыҙғылт булһа, көслө ел көтөлә.
* Утын шартлап янһа, һалҡын көт.
https://bash.bashgazet.ru/obshestvo/10498-ynamyshtar-ytemdr.html
Фото: all-mongolia.ru